Өфөлә дүртенсе тапҡыр Тыуған яҡты өйрәнеүселәр республика форумы уҙҙы

Мәртәбәле сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Район-ҡалаларҙан йыйылған белгестәр алдында Милли китапхана, архив хеҙмәткәрҙәре сығыш яһап, фондтарҙа һаҡланған тарихи документтар менән таныштырҙы. Тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең роле юғары булыуы билдәләнде. Осрашыу барышында муниципалитеттарҙа уҙғарылған илһөйәрлек саралары менән таныштырҙылар, халыҡ иғтибарына яңы китаптар тәҡдим ителде.

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр хәрәкәтен үҫтереү, был эшкә йәштәрҙе йәлеп итеү маҡсаты ла ҡуйылған. Сара сиктәрендә берҙәм проекттар, киләсәккә бурыстар тураһында ла һүҙ барҙы. Шулай уҡ форумда ҡатнашыусылар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ