«Башҡортостан геройҙары» программаһының икенсе модуле старт алды

«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар өсөн икенсе белем биреү модуле старт алды. Республикала ул «Геройҙар дәүере» федераль программаһының дауамы булараҡ башланды.

«Әгәр беренсе модулдә беҙҙең яугирҙар иң яҡшы идара итеү практикаһын өйрәнгән һәм тәжрибәле остаздар етәкселегендә стажировка үткән булһа, хәҙер уларға иҡтисад һәм финанс темаһына тәрәнерәк төшөнөргә тура киләсәк. Был белемдәр киләсәктә лә файҙалы буласаҡ», тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, лекцияларҙы иң яҡшы уҡытыусылар уҡыясаҡ, ә тәжрибә менән дәүләт власы органдары, муниципалитеттар, ҙур ойошмалар етәкселәре уртаҡлашасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ