Үҫеп килеүсе быуындың сәләмәтлеге һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә

Шуға ла республикала мәктәп медицинаһы планға ярашлы үҫешә. Бөгөн белем усаҡтарында 600-гә яҡын лицензиялы медицина пункты иҫәпләнә, уларҙа 233 табип-педиатр һәм 570 урта медицина белеме булған хеҙмәткәр эшләй. Иң мөһим йүнәлеш-стоматология тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы. Һуңғы биш йылда мәктәптәрҙә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған 110 стоматология кабинеты асылған. Бынан тыш, ике йыл эсендә 24 кабинет яңыртылған. Бөгөн бөтәһе 255 стоматология кабинеты эшләй, өҫтәүенә, унда уҡытыусылар ҙа тештәрен дауалай ала. Был эш артабан да дауам итәсәк. 500 һәм унан күберәк бала уҡыған һәр мәктәптә заманса, матур итеп биҙәлгән стоматология кабинеты булһын өсөн мәсьәлә планға ярашлы хәл ителә, тип яҙған төбәк етәксеһе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ