Берәҙәк бесәй Өфөнөң 8-се янғын һүндереү часына сентябрҙә эйәләшкән. Рыжий ҡушаматлы бесәй бында үҙен өйҙәге кеүек тоя. Бер кемгә лә ҡамасауламай, әйтерһең, ҡотҡарыусыларҙың эше етди икәнен яҡшы аңлай. Йонсоған йорт хайуаны янғын һүндереү часына үҙе килә.
Саҡырылмаған ҡунаҡты ҡыуып сығарырға бер кем дә йөрьәт итмәй Киреһенсә, ул команданың тулы хоҡуҡлы ағзаһына әйләнә. Бесәй янғын һүндереүселәрҙе саҡырыуҙарға оҙата, беренсе булып арыған ҡарауылды ҡаршы ала. Шулай уҡ тәртипте күҙәтә, биләмәне кимереүселәрҙән һаҡлай.



