“Өфө” халыҡ-ара аэропорты ҡышҡы ваҡытҡа күсте

Ул киләһе йылдың 28 мартына тиклем ғәмәлдә була. Был осорҙа 47 йүнәлеш буйынса рейстар билдәләнгән, осоштарҙы 28 авиакомпания башҡара. Ҡышҡы осорҙағы чартер программаһына донъяның тиҫтәләгән иле инә. Улар иҫәбенә Төркиә, Вьетнам, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Шри-Ланка, Ҡытай, Таиланд кеүек традицион курорттар ҙа индерелгән. Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Нижневартовск, Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларына рейстар арта.

Фото №1 - “Өфө” халыҡ-ара аэропорты ҡышҡы ваҡытҡа күсте
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ