Өфөлә түләүле парковкаларға хаҡ артыуы ихтимал

Был турала бөгөн баш ҡала хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Ҡала хакимиәтенең транспорт һәм бәйләнеш идаралығы етәксеһе Олег Хмарин билдәләүенсә, урамдарҙың ҡайһы бер участкаларында парковкалау урындары етмәй һәм ҙур һорау менән файҙаланыла. Бындай урындарҙа хаҡтарҙы күтәреү мәсьәләһе өйрәнелә. Әлегә түләүле парковка системаһына 100 меңдән ашыу кеше теркәлгән.

Фото №1 - Өфөлә түләүле парковкаларға хаҡ артыуы ихтимал
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ