Бөгөн Волга буйы федераль округында “Бөйөк илдең йырҙары” тигән проект башланды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала хәбәр иткән. Округтағы иң матур урындар буйлап йырлы сәйәхәт легендар әҫәр - “Течет река Волга” йыры менән асыла. Тимур Ведерниковтың #Музыка бергә проекты командаһы федераль округтағы 14 төбәктә булған. Улар Волга ярҙарынан Урал тауҙарына сәфәр ҡылған. Заманса музейҙар, боронғо театрҙар  менән танышҡан. Һәр видеояҙмала тәбиғәт бөйөклөгө, рух ныҡлығы, Тыуған илгә оло һөйөү сағыла. Проектта бөтә төбәктәрҙән 400 солист һәм ижади төркөм ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостандан ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡов һәм гитарасы Тимур Аҡсурин бар. “Течет река Волга” йырының премьераһын төбәк телеканалдарында, шулай уҡ проекттың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡарарға була. “Бөйөк илдең йырҙары” президенттың мәҙәни башланғыстар фонды, Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты һәм “Рәсәй ДНК-аһы” проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. 3 ноябрҙә “Гляжу в озера синие”, 9 ноябрҙә “Как молоды мы были” йырҙары тәҡдим ителә.

Фото №1 - Бөгөн Волга буйы федераль округында “Бөйөк илдең йырҙары” тигән проект башланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ