«Бөйөк ил йырҙары. Волга буйынан һөйөү менән». #МУЗЫКАВМЕСТЕ проекты беренсе сығарылышын тәҡдим итте. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Округтың иң матур урындары буйлап музыкаль сәйәхәт легендар «Течет река Волга» йыры менән башлана.
Тимур Ведерников командаһы материалды төшөргәндә Волга буйы федераль округының 14 төбәгенә, шул иҫәптән беҙҙең республикаға ла килгән. Проектта бөтәһе 400-ҙән ашыу солист һәм ижади коллектив ҡатнаша. Улар араһында Өфөнән ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡов менән гитарасы Тимур Аҡсурин бар. Видеороликтарҙы проект сәхифәһендә һәм «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмдә ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ төбәк телеканалдарында трансляция үтәсәк.



