Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетен яҡтыртыуҙың өс концепцияһы менән танышты

Бөгөн Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетен яҡтыртыуҙың өс концепцияһы менән танышты. Бөтәһе ете вариант тәҡдим ителгән, шуларҙың өсәүһен баш ҡаланың архитектура советы һайлаған. Улар араһында төп мосолман һәм дәүләт байрамдары көндәрендә ҡулланыласаҡ махсус яҡтыртыу бар. Әле мәсет бинаһында техник һәм дизайнер һынауҙары үткәрелә, төрлө яҡтылыҡ сценарийҙары һәм ҡорамалдары тикшерелә.

Башҡортостан башлығы, мәсеттең ҡараңғы ваҡыттағы буласаҡ йөҙө ҡала ландшафтына гармониялы тура килергә һәм эстетик, шулай уҡ техник талаптарға яуап бирергә тейеш, тип билдәләне. Яҡтылыҡтың һуңғы сценарийын һайлау буйынса ҡарар фекер алышыуҙан һуң коллектив рәүештә ҡабул ителәсәк.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ