Ауырғазы районы Татар Нуғаҙағы ауылында йыһазландырылған спорт һәм ял паркы асылды

Төҙөкләндереү «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә уҙғарылған. Һуңғы биш йылда федераль проект буйынса Ауырғазы районына 13,3 миллион һум дәүләт ярҙамы йүнәлтелгән. Был аҡсаға Семенкин ауылында бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға һәйкәл ҡуйылған, Миҫеле ауылы менән Балыҡлыкүл ауыл биләмәһендә урамдарҙы яҡтыртыу ҡоролмалары һәм контейнер майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән.

Көҙгө шыҡһыҙ көндә лә майҙансыҡтан кеше өҙөлмәй. Сөнки бындағы заманса воркауттар, турниктар һәм башҡа спорт ҡорамалдары фитнес залды алыштыра. Хәйер, ауыл ерендә фитнес залдар ҙа юҡ, ә был спорт майҙансығы саф һауала, һәр ваҡыт асыҡ- кескәйҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә һаулығын нығыта.

Ял итеү, аралашыу һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн заманса йыһазландырылған урын «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы барлыҡҡа килгән. Башҡортостанда программаны төбәктең ауыл хужалығы министрлығы тормошҡа ашыра. Проект өсөн 3,5 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, шуның 2 миллион һумы федераль ҡаҙнанан.

Ошондай спорт һәм ял парктары Татар Нуғаҙағынан тыш Иҫке Әбсәләм менән Наумкин ауылдарында ла булдырылған. Әйтергә кәрәк, Татар Нуғаҙағы республиканың «Айыҡ ауыл» конкурсында ла ҡатнаша.

Өс быуат тарихы булған ауыл йылдан-йыл матурая, йәш ғаиләләр ҙә төпләнә. Йәшәр һәм эшләр өсөн шарттар етерлек.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ