Һөнәри практикум һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн мәҙәниәт учрежделарын тағы ла уңайлыраҡ итеүгә йүнәлтелгән. Был йәһәттән, республиканың төрлө райондарынан йыйылған музей, китапхана, мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре махсус уҡыуҙар үтә. Ике көнгә иҫәпләнгән сара «Торатау» конгресс-холында башланды. Тыңлаусылар алдында проект авторы Ирина Күсәрбаева Берләшкән милләттәр ойошмаһы конвенцияһына ярашлы, һәр һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән граждан мәғлүмәт алыуға хоҡуҡлы булыуын иҫкә төшөрҙө.
Проект сиктәрендә махсус сайт тәҡдим ителде. Унда мәҙәниәт учреждениеларында инвалидтар өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса бай мәғлүмәт тупланған. Атап әйткәндә, методик материалдар, ҡануниәт, иң яҡшы тәжрибәләр менән танышырға мөмкин. Һөнәри практикум сиктәрендә Өфө музейҙары менән танышыу планлаштырылған. «Уңайлы мәҙәниәт» проекты Рәсәй Президенты гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. ошо маҡсатта ойоштороусылар-бер миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙам алған.



