Өлкәндәр киҙеүҙән һаҡланыу ҡағиҙәләрен өйрәнә

Өсөнсө быуын халыҡ университетында өлкәндәр өсөн Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре лекция уҡыны.

Һөйләшеү киҙеүҙе иҫкәртеү саралары тураһында барҙы. Ведомство хеҙмәткәрҙәре вакциналарҙың файҙаһы һәм уның организмға йоғонтоһо, йоғошло сирҙең эҙемтәләре тураһында аңлатты. Унан һаҡланыу ҡағиҙәләрен һөйләне.

«Санпросвет» лекторийы«федераль проекты буйынса бөтә республика буйынса киҫкен респиратор сирҙәр һәм киҙеүҙән профилактика тураһында лекциялар уҡыла. Быға тиклем 30 сара үткәрҙек.

Анастасия Кучимова, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы баш белгес-эксперты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ