Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда республика драма артистары сираттағы спектакль сәхнәләштерҙе. Был юлы улар ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән Әсәй миңә күктән ай килтерер документаль әҫәрен тәҡдим итте. Проект Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы стипендияһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Спектакль тамашасы менән аралашыуға ҡоролған. Драма артистары уларға балалыҡ һәм үҫмер йылдарын, ғаилә тарихына бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләрен һөйләне. Ә инде киләһе осрашыу 9 ноябргә билдәләнгән. Артистар драматург Алла Коровкинаның әҫәрен сәхнәләштерергә ниәтләй.




