Республикала иң яҡшы “Хәүефһеҙлек һәм Тыуған илде яҡлау нигеҙҙәре” уҡытыусыһы асыҡланды. Конкурсты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ойошторҙо. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Благовещен ҡалаһындағы 5-се мәктәп педагогы Роман Мөсәғитовҡа беренсе урын бирелде. Иглиндән Руслан Нөрөшов икенсе урынға лайыҡ булды. Стәрлетамаҡтағы 29-сы мәктәп уҡытыусыһы Валерий Гайдамак 3-сө урын алды.




