Быйыл колледждарға 38 мең самаһы кеше уҡырға ингән

Башҡортостанда быйыл колледждарға 38 мең самаһы кеше уҡырға ингән, уларҙың 34 меңе - 9-сы класс сығарылыш уҡыусылары. Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡорлтайҙа  уҙған “Хөкүмәт сәғәте”ндә Мәғариф министры Илдар Мәүләтбирҙин белдерҙе. Пленар ултырышта Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, йылдан-йыл урта профессиональ белем алырға теләгән сығарылыш уҡыусылары һаны арта. Быйыл конкурста бер  урынға 3 ярым кеше дәғүә иткән. Әлеге көндә колледжарҙа 119 меңдән ашыу кеше белем ала. 117 төр  һәм 88 эш һөнәре буйынса белгестәр әҙерләнә.

Быйыл колледждарға 38 мең самаһы кеше уҡырға ингән

Пленар ултырышта 40-лап закон проекты ҡаралды. Башҡортостанда Һалым түләтеүҙә автоматлаштырылған система индереү, файҙаланыуға тапшырылмаған күп фатирлы йорттарға капиталь ремонтҡа иғәнә йыйыу һәм башҡа ҡанун проекттары тикшерелде.

Фото №1 - Быйыл колледждарға 38 мең самаһы кеше уҡырға ингән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ