Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев Калинин районы хакимиәт башлығын шуның өсөн тәнҡитләне. “Үткән аҙнала Өфөлә урам эттәренә бәйле 80 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 6 кеше, шул иҫәптән 2 баланы эт тешләгән. Калинин районы йыл дауамында бындай хәбәрҙәр буйынса беренсе урында килә. Был насар күренеш”, - тине Ратмир Мәүлиев. Калинин район хакимиәтенә быйыл берәҙәк хайуандар тураһында 501 мөрәжәғәт килгән. 527 эт һәм бесәй тотолған. “3 кешене йорт хайуандары тешләүе асыҡланды. Хужалары уларҙы морондоҡһоҙ йөрөткән”, - тине Калинин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Дмитрий Миронов.




