Республикала 25 меңдән ашыу кеше агродиктант яҙған

Башҡортостан акцияла ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғы өс төбәк исемлегендә. Агродиктант беренсе тапҡыр уҙғарылды. Республикала 300-ҙән ашыу майҙансыҡ булдырылды. “Башҡортостанда ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Бындай башланғыстарҙы хупларға кәрәк. Тап ошондай саралар ауыл хужалығын үҫтерергә ниәтләгән йәштәрҙе тәрбиәләй, уларға һөнәр һайларға ярҙам итә”, - тип белдерҙе вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Фото №1 - Республикала 25 меңдән ашыу кеше агродиктант яҙған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ