Бөгөн Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Сара “Торатау” конгресс-холында ойошторолдо. Унда ветеран уҡытыусылар, сығарылыш уҡыусылары, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.
Уҡыу йорто 1970 йылда беренсе башҡорт мәктәбе булараҡ асыла. 1992 йылда гимназия статусын ала. 1999 йылдан танылған педагог, республика халыҡ мәғарифы министры Фатима Мостафина исемен йөрөтә.




