Рәсәй һәм Үзбәкстан яңы инвестиция проекттары башлауҙары тураһында иғлан итте

Илдең иҡтисади үҫеш министрлығынан ошо турала белдерәләр. Мәскәү-Ташкент видеокүпере барышында Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәре Советына йомғаҡ яһалды. Ике ил араһында электрон сауҙа, сәнәғәткә инвестиция һалыу үҫешә, энергетика өлкәһендә уртаҡ проекттар тормошҡа ашырыла. Ташкент һәм Джизак өлкәләрендә теплица комплексы төҙөү, Бохара һәм Навоила дилер үҙәктәре асыу - иң ҙурҙары иҫәпләнә. Үзбәктәр Сыуаш республикаһында электр йыһаздары етештереү предприятиеһы төҙөй. Әле ике технопарк эшләй. Улар 30-ҙан ашыу резидентты берләштерә. Башҡортостан Ташкент өлкәһендә ошондай парк асырға ниәтләй. Былтыр Рәсәй һәм Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 11 миллиард долларға етте.

Фото №1 - Рәсәй һәм Үзбәкстан яңы инвестиция проекттары башлауҙары тураһында иғлан итте
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ