Башҡортостан вәкилдәре Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты

Илдең баш ҡалаһында “АпиДар” бал продукцияһы Бөтә Рәсәй конкурсы үтте. Ул 20-гә яҡын төбәктән килгән умартасылар һәм апипродукция етештереүселәрҙе берләштерҙе. Ярышта Башҡортостандан 6 кеше ҡатнашты. Улар 16 төр продукция тәҡдим итте. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса, яҡташтарыбыҙ 24 призлы урындың етәүһен яуланы. “Прополислы продукттар” номинацияһында Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге еңеүсе булды. Күгәрсендән Ольга Лыщенко ошо уҡ номинацияла өсөнсө урын алды. Өфөнән Артур Абсатаров ике номинацияла бүләкләнде. Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы сайтында танышырға була.

Фото №1 - Башҡортостан вәкилдәре Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ