Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яңы мобиль ҡушымта тәҡдим итте

Бушлай һанлы ҡушымта оператив рәүештә ҡотҡарыусылар саҡыртырға, географик координаттарҙы билдәләргә, хәүеф янаған осраҡта мәғлүмәт алырға ярҙам итә. Мобиль ҡушымта аша пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйле иҫкәртеү мәғлүмәте таратыла. МАКС ҡушымтаһына бәйле интерактив ярҙамсы граждандарға төрлө һорауҙар буйынса онлайн яуап ҡайтара.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эшләгән мобиль ҡушымта граждандар именлеген ҡайғырта. Ҡушымта хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә, ҡатмарлы осраҡтарҙа ҡотҡарыусылар саҡыртырға ярҙам итә. Һанлы ҡушымта телефондарға башҡа ҡушымталар кеүек үк онлайн ҡуйыла.

Андрей Зайцев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ