Радий Хәбиров «Белем» йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһенең күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе

Республика башлығы Радий Хәбиров «Белем» йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһенең күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе. Осрашыуҙа «Белем» йәмғиәтенең хәрби-илһөйәрлек һәм мәғрифәтселек йүнәлештәрендәге эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, яңы маҡсаттар билдәләнде.

Быйыл совет ағзалары республика райын-ҡалаларында лекциялар менән сығыш яһай башлаясаҡ. Хәрби-илһөйәрлек, тарих, дәүләт үҫеше менән бәйле осрашыуҙарға йәштәр һәм оло йәштәге граждандар йәлеп итеү бурысы ҡуйылды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктә «Белем» йәмғиәте йылдам үҫешә. Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең вау-ара кампусында ойошма Тарихи йәмғиәт, Рус география йәмғиәте менән берлектә эшләп килә.

«Белем» йәмғиәте илдә меңдәрсә педагогты, лекторҙарҙы берләштерә. 1947 йылда барлыҡҡа килгән тарихи ойошма эшмәкәрлеге 2015 йылда яңы һулыш ала. Йәмғиәтте үҙгәртеп ҡороу эше Рәсәй президенты Владимир Путиндың шәхсән контролендә тотола. «Белем» әлеге ваҡытта илдә фәнде, мәғарифты, технологияларҙы үҫтереү буйынса махсуслашҡан төп ойошмаларҙың береһе. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров йәмғиәт ағазаларына рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары тапшырҙы.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ