Башҡортостан парламенты социаль һәм ҡануни үҙгәрештәрҙе ҡараны

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр көнө, шәхси клиникаларға өҫтәмә яуаплылыҡ, дини символдарҙы алып ташлауҙы тыйыу, граждандарҙы ҡабул итеүҙең яңы юлдары. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө 26-сы пленар ултырышында ошо һәм башҡа закон проекттары ҡаралды. Парламент депутаттары Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙиндың отчет докладын да тыңланы. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төп ҡануни үҙгәрештәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Дәүләт Думаһына 4 федераль закон проекты, Хөкүмәт сәғәте, мирауай судьяларҙы һайлау, закон проекттары. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө пленар ултырышы ла ҡануни үҙгәрештәргә, өҫтәмәләргә бай булды. Закон проекттарының барыһы ла халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тота. Миҫал өсөн граждандарҙы ҡабул итеү мөмкинлектәре киңәйтелә.

Тағы ла бер закон проекты выждан һәм дин тотоу иреклеге тураһында, уға ярашлы ғибаҙәт йорттарын һәм башҡа дини тәғәйенләнештәге объекттарҙы һүрәтләгән мәлдә дини символдарҙы алып ташлау тыйыла. Шулай уҡ киләсәктә шәхси медицина клиникаларының яуаплылығын арттырыу, ә пациенттарҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү планлаштырыла.

Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаһына федераль законға үҙгәрештәр индереү тәҡдиме менән сығырға ниәтләй. Ул мөлкәтте бүләк итеү ҡарарын юҡҡа сығарыу менән бәйле. Был осраҡ йыш ҡына бәхәс тыуҙыра.

Рәсми рәүештә файҙаланыуға тапшырылмаған, әммә кеше йәшәгән күп фатирлы йорттар республика капиталь ремонт программаһына индереләсәк. Ғәҙәттә торлаҡ йорттар төҙөлөш ойошмаһы банкрот булған хәлдә ошондай ҡатмарлы хәлдә ҡала.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө пленар ултырышында 40- тан ашыу ҡануни документ индерелде. Әйткәндәй, киләсәктә ҡануни башланғыстарҙы йәштәр йәмәғәт палатаһы ла тәҡдим итә аласаҡ. Был хаҡтағы закон пооекты Парламентта бөгөн икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде. Депутаттар Башҡортостан мәғариф министрлығының урта һөнәри белем биреү һәм уны үҫтереү йүнәлештәре буйынса отчет докладын да тыңланы.

Р.Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ