Республика йортонда уҙғарылған «Инвестиция сәғәте»ндә «Яңы материалдар һәм химия» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған проект ҡаралды. Уға ярашлы, инвестициялар күләме 15 миллиард һумға етә, шул уҡ ваҡытта йөҙҙән ашыу яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Яңы производство дүрт йыл эсендә сафҡа инер тип көтөлә. Рәсәйҙең сәнәғәтте үҫтереү фонды линияһы буйынса льготалы кредит алынасаҡ. Бынан тыш, «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә сәнәғәт эшен алып барыу буйынса килешеү төҙөү башланғысы ла хупланды.
«Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралған тағы ла бер проект-медицина материалдары производствоһы буйынса яңы завод төҙөлөшөнә бәйле. Проектҡа ярашлы, әле ҡуртымға алынған ерҙә яңы объект төҙөлә. Инвестор милеккә һалым буйынса льгота алыуҙа ярҙам һораны



