Башҡортостан уҡыусылары дрондарҙа осорға һәм роботтар төҙөргә өйрәнә

Инженер һөнәрен ғәмәлдә.Республика инженер лицей-интернатында белем алыусы уҡыусылар «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты буйынса дрондарҙа осоу нигеҙҙәрен өйрәнә. Башҡортостанда егерме мәктәп заманса кабинеттар менән йыһазландырылған. Бынан тыш, үҫмерҙәр робототехника өлкәһендә лә төплө белем ала.Киләсәктә техник фәндәр менән шөғөлләнәнеүселәр сафын тулыландырасаҡ йәш инженерҙарҙың уңыштарын беҙҙең ижади төркөм өйрәнде. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

RaceGow трассаһында төрлө осоу элементтарын эшләп ҡарарға мөмкин. Иң мөһиме пилотһыҙ осоу аппараты менән оҫта идара итергә өйрәнергә һәм маршруттан тайпылмаҫҡа. Уҡытыусылар фекренсә, уҡыусылар улар менән идара итеүҙә төбәк-ара турнирҙарҙа ҡатнашыусыларҙан бер ҙә кәм түгел.Дрондар менән идара итеүгә өйрәтеүсе кабинеттар «Пилотһыҙ авиация системалары»милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе Егеттәр бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнаша. Һауа машиналары операторы булып киткәнсе, улар мотлаҡ рәүештә стимуляторҙа тәжрибә туплай.

Был робот тенннис уйнарға әүәҫ. Бынан тыш һыу аҫтында хәрәкәт итә торғандары ла бар.Әйткәндәй,республика инженер лицей-интернатында тиҙҙән Башҡортостанда һыу аҫты робот техникаһы буйынса тәүге чемпионат үткәреләсәк. Егеттәр был ярышҡа техниканы һәм проекттарын алдан әҙерләй. Маҡскттары еңеү яулау.«Айкар»роботы ярҙамында бик күп манипуляциялар башҡарырға мөмкин.

Технология кабинетында ракеталар төҙөүҙә пластик шешәләр, пенопласт һәм полиэтилен пакеттар, һыу яғыулыҡ сифатында ҡулланыла. Ракетаны йыйыусыларҙан айырым теүәллек талап ителә.Етенсе класс уҡыусылары деталдәрҙе берләштерер алдынан башта компьютерҙа һыҙмаларын эшләй.

Бындай дәрестәр балаларҙың техник фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, реактив хәрәкәт нигеҙҙәрен, физика һәм конструкцияны төплө өйрәнергә булышлыҡ итә,ти остаздары.

Инженер лицей-интернатында малайҙар ҡыҙҙарҙан айырым уҡый. Бында республиканан район-ҡалаларынан тыш, күрше төбәктәрҙән йәмғеһе алты йөҙҙән ашыу бала белем ала.

Республика мәктәптәрҙе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса илдә алдынғы урынды биләй. Был эш Радий Хәбировтың шәхси контролендә. Һуңғы өс йылда ғына мәғариф учреждениеларын яңыртыу программаһы буйынса төбәккә ун миллиард һум самаһы аҡса йүәнлтелгән.

Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәрен, шулай уҡ «Хеҙмәт»дисциплинаһын уҡытҡан кластарҙы яңыртыу мәсьәләһенә лә етди иғтибар бирелә. Был маҡсатҡа ике йөҙ миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әлбиттә, уҡыутыусылар ҙа һөнәрен камиллаштырасаҡ.

Йәш инженерҙар тарафынан ҡоролған һыу ракетаһы һауала яҡшы траектория ала, ел тәьҫиренә лә бирешмәй. Парашют асыу процессы ла аэродинамика закондарын иҫәпкә алып эшләнелгән.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ