Салауат Юлаев һәйкәлен һүтеү яҡын көндәрҙә тамамланасаҡ

Эш барышы федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау мәсьәләһе буйынса күҙәтеү советының сираттағы кәңәшмәһендә тикшерелде.

Өс тиҫтәнән ашыу кешене берләштергән советҡа тарихсылар, төҙөүселәр, скульпторҙар, металдарҙы өйрәнеүсе ғалимдар һәм башҡа белгестәр ингән. Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Салауат Ҡолбахтин әйтеүенсә, бөтә эштәр ҙә планға ярашлы һәм алдан билдәләнгән график буйынса бара. Әлеге ваҡытта милли герой һыны цехҡа алып кителгән. Аттың өҫкө өлөшө лә алынған. Аҫҡы яғын алдағы көндәрҙә һүтеү ҡаралған.

Салауат Юлаев һәйкәле өс этапта һүтелә. Белгестәр аттың аҫҡы өлөшөн алғанда ла айырыуса һаҡ эш итергә йыйына. Сөнки фигураның эсендә коррозияға дусар булған һәм авария хәлендәге каркас бар. Күҙәтеү советы ағзалары реставрация эшендә ашыҡмаҫҡа кәңәш итте. Сөнки башҡорт халҡының милли геройы үҙ урынына элекке ҡиәфәттә ҡайтырға һәм кәмендә бер быуат ремонт талап ителмәҫкә тейеш.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ