Дим тимер юл станцияһында пассажирҙар төрлө белгестәрҙән консультация алды

Тимер юлы транспортын көткәндә һаулығыңды тикшерт. Бөгөн Дим тимер юл станцияһында пассажирҙар төрлө белгестәрҙән консультация алды. «Сәләмәтлек көнө» акцияһына теләгән һәр кем ҡушылды.

Дерматологта был процедура ғәҙәттә мең һум торһа, бөгөн ул бушлай һәм сират көтөргә, алдан яҙылырға ла кәрәкмәй. Дим биҫтәһендәге яңы асылған тимер юл станцияһының касса эргәһе поликлиника кабинетын хәтерләтә.

Быға тиклем «Сәләмәтлек көнө» акцияһы Инйәр, Белорет, Раевка йүнәлештәрендәге электричкаларҙа уҙҙы. Пассажирҙарға оҡшай, тап шуға ла уны станцияла ойошторорға булдыҡ.

Анна Егорова, «РЖД-медицина» клиникаһы баш табибының поликлиника эше буйынса урынбаҫары

Терапевт, дерматолог, стоматолог- ортопед-бөтә белгестәр бер бүлмәлә ҡабул итә. Ҡан баҫымын һәм ҡандағы шәкәр кимәлен үлсәтергә, тештәрҙе тикшертергә мөмкин.

«Сәләмәтлек көнө»ндә ҡатнашыусылар араһында пассажирҙар ҙа, акция тураһында ишетеп килеүселәр ҙә бар. Зилфирә Аптраҡова Ветошников ауылынан. Поликлиникаға йөрөүҙе өнәмәгән ханым 15 минут эсендә бөтә белгестәр менән һөйләшеп, кәңәштәр алды.

Донъя мәшәҡәте менән һаулығын хәсәтәрләүгә ваҡыт бүлә алмағандар өсөн бик ҡулай. Акция ярҙамында 31 кеше һаулыҡ торошон тикшертеп тар профилле белгестәрҙән консультация алды.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ