Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын нығытыуға, ауыл медицинаһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Республика фельдшер-акушерлыҡ пункттары иҫәбе буйынса ла ил кимәлендә алдынғы урынды биләй. Радий Хәбиров менән тура линияға килгән һорауҙарҙың бер өлөшө лә тап фаптар төҙөлөшөнә бәйле. Былтырғы мөрәжәғәттәр буйынса эш һөҙөмтәләре киләһе материалда
Архангел районы Ҡыҙғы ауылы фельдшеры Әлфирә Ноғоманова медицина өлкәһендә 45 йыл хеҙмәт итә. Ҡасандыр ул утын яғып, һыу ташып эшләргә мәжбүр булһа, хәҙер яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу менән пациенттарҙы ҡабул итеүҙә, уларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙә уңайлы шарттар барлыҡҡа килгән.
Медицина учреждениеһы 260 кешене, шул иҫәптән 24 баланы хеҙмәтләндерә. Урындағы халыҡ яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын көтөп алған. Күләмле төҙөлөш Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа тура линия барышында мөрәжәғәт иткәндән һуң башланған.
Баҫыу ауылында ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелде. Бында халыҡты ҡабул итеү, процедуралар өсөн бөтә шарттар булдырылған, объект заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Прививка яһатырға, диспансер тикшереүе үтергә мөмкин.
Архангел районында бер көндә өс яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡты ҡабул итә башланы. Уҫаҡлы ауылында йәшәүселәргә лә сифатлы медицина ярҙамы яҡынайҙы.
Саҡмағош районы Рапат ауылында ла яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелде. Медицина учреждениеһы төҙөлөшө башланғысы менән былтыр урындағы халыҡ шулай уҡ Башҡортостан башлығының тура линияһына сыҡҡайны. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса объект 2025 йылдың планына индерелде. Хәҙер биләмәлә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
Быйыл Башҡортостанда 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты, табип амбулаторияһы һәм дөйөм практик табип офисын асыу ҡаралған, күбеһе буйынса эш тамамланған. Модулле объекттар «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса төҙөлә. Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын яңыртыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.
Быйыл Радий Хәбиров менән Тура линия 11 ноябрҙә үтә. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы Башҡортостан Башлығының сайтында, MAX һәм «Телеграм» ҡушымталарында, «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында ҡалдырырға була. Видеомөрәжәғәттәр иһә 10 ноябрь киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.
Гөлназ Хәйбуллина



