Киңәйтелгән сауҙа бөгөн башлана. Халыҡҡа үҙебеҙҙә етештерелгән ит, май, йәшелсә-емеш, бал һәм башҡа продукция тәҡдим ителә. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүҙәренсә, йәрминкәләр 58 ҡала һәм районда ойошторола. 5 көндә 90-ға яҡын майҙансыҡ эшләй. Уларҙың адресы менән ведомство сайтында танышырға була.




