Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында һыу инеү миҙгеленә йомғаҡ яһалды. Быйыл һыу ятҡылыҡтарында бәхетһеҙ осраҡтар 3 ярым процентҡа аҙайған. Бында хакимиәттәр һәм ашығыс хеҙмәттәрҙең тырышлығы айырыуса ҙур. Йыл башынан һыу объекттарында 311 кеше, шул иҫәптән 52 бала ҡотҡарылған. Һыу инеү миҙгелендә 43 кешенең ғүмере өҙөлгән. Иртәгә республикала “Йоҡа боҙ” операцияһы башлана. Ҡотҡарыусылар көн һайын һыу ятҡылыҡтарында рейд уҙғарырға ниәтләй.




