Быйыл Башҡортостанда 6 мең ярым янғын теркәлгән

Утта 166 кеше һәләк булған, 1 мең 373 кеше ҡотҡарылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан ошо турала белдерәләр. Мейестәрҙең төҙөк булмауы һәм электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау арҡаһында 40-ҡа яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән. Янғында 12 бала үлгән. Был һан былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 33 процентҡа күберәк. Ҡотҡарыусылар көҙгө һәм ҡышҡы айҙарҙа халыҡты үтә лә иғтибарлы булырға саҡыра. “Мейес һәм каминдарҙы ваҡытында төҙөкләндерергә кәрәк. Быны белгестәр башҡарырға тейеш. Ут яҡҡанда махсус шыйыҡсалар ҡулланыу хәүефле. Йорт һәм фатирҙарға янғын иҫкәртеү приборы ҡуйырға өндәйбеҙ”, - тип белдерә ведомство хеҙмәткәрҙәре.

Фото №1 - Быйыл Башҡортостанда 6 мең ярым янғын теркәлгән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ