Бөгөнгә был культура 2 миллион 600 мең гектарҙа йыйып алынған. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 600 мең тоннаға күберәк. Гектар ҡеүәте 21 центнер. Башҡортостанда ла быйыл рапс мул уңыш бирә. Ауыл уңғандары майлы культураны йыйыуҙы теүәлләп килә. Әлегә 130 мең тоннанан ашыу рапс йыйылған.




