Тамашала проекттың бөтә финалистары, шулай уҡ танылған бейеү коллективтары һәм эстрада йондоҙҙары ҡатнаша. Сарала Гран-при эйәһе асыҡлана. Шулай уҡ иң яҡшы хореограф-бейеү ҡуйыусының исеме иғлан ителә. Уға 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла. Быйыл телепроектта Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Сорғот, Силәбе һәм Ырымбурҙан меңгә яҡын бейеүсе ҡатнашҡан.




