Объект тыл районында урынлашҡан. Бында ягирҙар өсөн йылы аш әҙерләргә мөмкин. Көнөнә өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Ер аҫтындағы ашхананы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау алып килгән «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы солисы Айгиз Ханов, ҡурайсы Илнур Һибәтуллин, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлсөм Бикбулатова барып күрҙе. Яугирҙар алдында концерт менән дә сығыш яһаны.
Яҡташтарыбыҙ өсөн туған моңдар, патриотик йырҙар яңғыраны. Сәнғәт оҫталары ашханала бешерелгән ризыҡтан ауыҙ итте. «Повар» ҡушаматлы яугир хәрби-ялан шарттарында уларҙы быҡтырылған итле,ҡарабойҙай бутҡаһы менән һыйланы.
«Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары махсус хәрби операция биләмәһенә республиканың төрлө райондарында йыйылған гуманитар ярҙам да алып килде. Яугирҙарға Балаҡатай ирекмәндәре үргән маскировкалау селтәрҙәре, Белорет районы Уҫманғәле ауылында әҙерләнгән төрлө консервалар, туҡмас, өй ризыҡтары, окоп шәмдәре, медикаменттар, шәхси посылкалар һәм фронтта кәрәкле башҡа әйберҙәр тапшырылды.



