Быйыл республикала кешеләрҙең һыуҙа һәләк булыу осраҡтары 3,5 процентҡа кәмегән

Иҫкәртеү саралары һөҙөмтәһендә 311 кеше ҡотҡарылған, уларҙың 52-һе-балалар. Һыу инеү миҙгеле йомғаҡтары Хөкүмәттең ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышында барланды. Башҡортостан рәсми пляждар һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында 1 ноябрҙә төбәктә «Йоҡа боҙ» ведомство-ара операцияһы башлана. Был көҙгө-ҡышҡы осорҙа һыу объекттарында граждандарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн ойошторола. Бынан тыш, янғындарҙы кәметеү мәсьәләһе лә көнүҙәклеген юғалтмай. Быйыл ҡала-райондарҙа теркәлгән 6 меңдән ашыу янғында 166 кеше, шул иҫәптән 12 баланың ғүмере өҙөлгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ