Рәсәйҙә 17-се баҫҡыста. Республикала авторлыҡ экскурсиялары, тау, сәнәғәт, йылға турҙары буйынса йәмғеһе 800-ҙән ашыу маршрут булдырылған. Туристик объекттар йылдан-йыл арта. Ике йыл элек Өфө районында эш башлаған А-фрейм йорттары ла ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары күңелен яулаған урындарҙың береһе. Миҙгел тамамланыуға ҡарамаҫтан, йорттарҙы ҡуртымға алыусы туристар кәмемәй.
Республика етәкселегенең төбәк эшҡыуарлығы һәм туризмына айырым иғтибарына бәйле, киләсәктә яңы туристик маршруттар булдырылыр тип көтөлә. Йыл һайын өс миллион кешене ҡабул итеү маҡсаты ҡуйылған. Бөгөн туристар ағымын көйләгән маршруттарҙан тыш, республика шифаханаларындағы ялға ихтыяж буйынса ла ил кимәлендә алдынғы биш төбәк исемлегендә.



