Фестивалдә Башҡортостан һәм ил төбәктәренән, Белорусиянан, Бүрәт, Саха-Яҡут республикаларынан, Ҡырғыҙстандан уҡыусылар ҡатнаша. Уның барышында заман хореография мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, билдәле хореографтарҙың оҫталыҡ дәрестәрен уҙғарыу ҡаралған, фестиваль 2 ноябрҙә Гала-концерт менән тамамлана.




