Өфө тарихы музейында «Өфө һүрәттәре»күргәҙмәһе асылды

Экспозиция ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы баш ҡаланың боронғо һәм хәҙерге иҫтәлекле урындарын һүрәтләгән рәссам-скетчерҙарҙың эштәре менән таныштыра. Үҙ картиналарын ижад итеү өсөн авторҙар төрлө техника ҡулланған. Һүрәттәр ручка, ҡәләм һәм буяуҙар менән төшөрөлгән. Музейҙа бөтәһе 30-ға яҡын ижали эш әтҡдим ителгән. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында профессиональ рәссамдар ҙа, һәүәҫкәрҙәре лә бар. «Өфө һүрәттәрен»ә 25 ноябргә тиклем тамаша ҡылырға мөмкин.

Күргәҙмәгә ҡуйылған эштәр төрлө ваҡытта, төрлө урындарҙа ижад ителеүе менән үҙенсәлекле.Ҡыҙғанысҡа күрә, Гумилев усадьбаһы кеүек күп кенә биналар юҡҡа сығыу алдында, беҙ уларҙы кариналарға күсереп, уларға иғтибар йәлеп итәбеҙ.

Мария Шубина, Урбан-скетчерҙар берләшмәһен ойоштороусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ