Константин Толкачев бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһына төрлө һөнәр эйәләре-уҡытыусылар, инженерҙар, транспорт идаралығы белгестәре, ауыл хужалығы эшсәндәре, төҙөүселәр саҡырылғайны. Улар республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәр. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Тәжрибәле һөнәр эйәләренә-лайыҡлы награда. Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан күп йылдар республика мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән лайыҡлылар бүләкләнде. Улар төрлө милләт вәкилдәре, төрлө һөнәр эйәләре, әммә бүләкләнеүселәрҙең барыһын да тыуған илгә һөйөү һәм хеҙмәткә тоғролоҡ берләштерә.

Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев республика үҫешенә күп көс һалған һхеҙмәт алдынғыларына оло рәхмәтен белдерҙе.

Халыҡтар берҙәмлеге байрамы батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек сифаттарын мәңгеләштереү, Ватанға тоғролоҡ көнө. Дәүләт байрамы быуындар бәйләнешен нығыта, берҙәмлеккә, илһөйәрлеккә саҡыра.

Ф.Ким

Волна
Акции БСТ