Радий Хәбиров байрам уңайынан ойошторолған тантанала сығыш яһаны. Күп милләтле республика өсөн 4 ноябрь ҙур әһәмиәткә эйә. Төбәктә быуаттар дауамында йөҙҙән ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Бөгөн беҙ берләшеп, яугирҙарға терәк-таяныс булып торабыҙ. Аныҡ эштәр менән ярҙам итәбеҙ, тине Радий Хәбиров.
“Башҡортостан үҫешә, алға бара”, - тине Радий Хәбиров.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сарала хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.




