Мутлашыусылар халыҡты алдауын дауам итә

Республикала йәштәр ҙә, ололар ҙа уларҙың тоҙағына эләгә. Мәҫәлән, Күмертауҙа йәшәгән 49 йәшлек ир үҙ исеменә кредит алыуға онлайн-заявка бирелеүен асыҡлай. Әммә ул банкка мөрәжәғәт итмәгән була. Кушнаренко районынан 28 йәшлек егет ялған инвесторҙарға 2 миллион ярым һум күсерә.  Стәрлетамаҡтан 27 йәшлек егет шулай уҡ мутлашыусыларҙан алдана. Ул билдәһеҙ иҫәпкә 630 мең һум аҡса ебәрә. Яңыраҡ эшҡыуар ир 5 миллион һум аҡсаһын юғалта. Ул яһалма интеллект ярҙамында яҙҙырылған тауышҡа ышана. Аҡсаны дуҫына күсерҙем тип уйлай. Белгестәр таныш булмаған кешеләр менән аралашмаҫҡа, шәхси мәғлүмәттәрҙе таратмаҫҡа саҡыра. Шулай уҡ кредит алыуға сикләү ҡуйырға кәңәш итә.

Фото №1 - Мутлашыусылар халыҡты алдауын дауам итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ