Башҡортостан башлығы Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан үткәрелгән тантаналы сарала “Салауат Юлаев” командаһының баш тренерына юғары награда тапшырҙы. Виктор Козлов командаға күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. “Көйәрмәндәргә лә рәхмәтлебеҙ. Улар һәр ваҡыт беҙҙе хуплай, дәртләндерә”, - тине баш тренер. Виктор Козлов Өфө командаһына 2009 йылда килде. 2010-2011 йылдарҙа йондоҙло составта уйнаны. Тәүгеләрҙән булып Гагарин Кубогын күтәрҙе. Ул тап Салауат Юлаев” клубында карьераһындағы иң уңышлы йылдарҙы үткәрҙе һәм илдең хоккей тарихында лайыҡлы урын алды.




