Баш автоинспектор Владимир Севастьянов ошо турала белдерҙе. Иҫкәртеү сараһы 5 ноябргә тклем дауам итә. “Юлда тәртип көсәйтелә. Төп маҡсат иҫерек, шулай уҡ таныҡлығы булмаған водителдәрҙе асыҡлау. Машинала балаларҙы йөрөтөүгә ҙур иғтибар бирелә.”, - тине ул. Ауыр авариялар теркәлгән урында экипаждар арттырыла. Унда дәүләт автоинспекцияһы идаралығы аппараты хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Республикала йәшәүселәр иҫерек водителдәр тураһында хәбәр итә ала. Мөрәжәғәттәр тәүлек әйләнәһе Эске эштәр министрлығында ҡабул ителә.




