Стәрлетамаҡта яңы мәктәп төҙөлә

Уға үткән йылда нигеҙ һалынды. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн объект 55 процентҡа әҙер.  Стеналар күтәрелгән, монтаж эштәре бара. Бина эсенә коммуникациялар һуҙылған. Эш планға ярашлы бара.   Мәктәп киләһе йылда асылырға тейеш. Ул Беренсе “Гамма” белем биреү үҙәге тип аталасаҡ. Комплекс 1 меңдән ашыу уҡыусыға иҫәпләнә. 3 кластан программалау нигеҙҙәре  һәм робот техникаһын уҡытыу ҡарала.

Фото №1 - Стәрлетамаҡта яңы мәктәп төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ