Башҡортостан Рәсәй кимәлендә уҙғарылған Ҙур этнография диктантына ҡушылды

Сара республиканың 100-ҙән ашыу майҙансығында ойошторолдо. Иң ҙур майҙансыҡтар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләне. 10 йыл рәттән үткәрелгән этнографик диктанттың әһәмиәте тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән милләттәрҙең милли-мәҙәни хазиналары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, кәсептәре. Ҙур этнография диктантында ҡыҙыҡлы һорауҙар йыш осрай, ул күп милләтле ил халҡының бер көҙөгөһө һымаҡ. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова диктантта йыл һайын ҡатнаша.

Диктантың төп маҡсаты белемде тикшереү, баһалау түгел. Был сара тәү сиратта күп милләтле илебеҙҙең бай мәҙәни мираҫын сағылдыра.

Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, этнография диктанты ул - асыштар сараһы. 10 йыл рәттән ҡатнашһаң да бөтә һорауҙарға ла яуапты әҙерләп тә, белеп тә бөтөрлөк түгел.

Сара йәш быуынды тарихҡа, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, Ватанға һөйөү тәрбәиләү йәһәтенән дә оло әһәмиәткә эйә. Илһөйәрлек тап ошондай саралаҙан башлана.

Башҡортостан этнография диктантында ҡатнашыу буйынса лидерҙар исемлегендә. Диктанты республикала офлайн рәүештә 100-ҙән ашыу майҙансыҡ та яҙырға мөмкин. Шулай уҡ онлай яҙыу форматы ла ҡаралған.

Этнография диктанты 30 һорауҙан тора, был йылдың яңылығы 3 һорау видеобәйләнеш аша яңғыраны, уларҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәр бирҙе.

Р.Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ