«Башҡорт аймағы» баҫмаһы нәшер ителеүгә 100 йыл

Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте тарафынан 1925 йылда сығарылған йыйынтыҡ ни бары 8 һанда донъя күреп өлгөрә. Шуға ҡарамаҫтан, ул башҡорт фәне үҫешенә төплө нигеҙ һала. Эшмәкәрлек бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Почет Билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында уңышлы дауам ителә. Ул саҡтағы хеҙмәткәрҙәр тәбиғи байлыҡтарҙы, башҡорттарҙың һәм төбәктең башҡа халыҡтарының тарихын һәм этнографияһын өйрәнеү менән шөғөлләнә, китапханалар һәм музейҙар төҙөүҙе ойоштора, кантон һәм улус йәмғиәттәре, түңәрәктәре эшмәкәрлеген етәкләй, экспедиция кеүек һәм башҡа эштәрҙә ҡатнаша.

Был турала тулыраҡ мәғлүмәт Республиканың төп телеканалы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән махсус репортажда ҡарарға мөмкин. Ул иртәгә 9 сәғәт 15 минутта эфирға сыға.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ