Республика йәш аграрийҙарының өсөнсө хеҙмәт семестры тамамланды

Башҡорт дәүләт аграр университетында быйыл мең алты йөҙҙән ашыу студент алдынғы хужалыҡтарға,университеттың тәжрибә-эксперименталь баҫыуҙары базаһына эшкә урынлаштырылған.»Хеҙмәт семестры - ул практика ғына түгел, ә тормош һәм һөнәри үҫеш мәктәбе. Һеҙҙең белемегеҙ һәм энергияғыҙ - Башҡортостан агросәнәғәт комплексының киләсәге», - тип билдәләне юғары уҡыу йорто ректоры Илдар Ғәбитов. Студенттарға һәм остаздарға хеҙмәт, юғары профессионализм өсөн рәхмәт белдерелде, иң яҡшы отрядтарға маҡтау ҡағыҙҙары, премиялар тапшырылды. Партнер предприятиелар вәкилдәре иһә киләһе миҙгелдә лә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә, студенттар өсөн эш урындары арттырырға әҙер булыуын билдәләне.

Йәш аграрийҙарҙың өсөнсө хеҙмәт сиреге һөҙөмтәләре уңышлы. Улар көсө менән сәсеү майҙандары йыйылған һәм эшкәртелгән, биш тиҫәнән ашыу ғилми-производство заданиеһы үтәлгән, уҡыу хужалығында 7 инновацион агротехнология тәҡдиме индерелгән. «Полевод», «Техно-Агро», «Зоозащита» студенттар отрядтары эшмәкәрлеге айырым иғтибарға лайыҡ. Киләһе йыл хеҙмәт семестрында ҡатнашыусылар һанын 1 700 кешегә тиклем арттырыу, игенселек, агробиотехнологиялар, агротуризм кеүек йүнәлештәрҙә эшләү,федераль агрохолдингтар һәм ғилми-тикшеренеү үҙәктәре менән хеҙмәттәшлекте көсәйтеү күҙаллана. Өсөнсө хеҙмәт семестрынан һуң студенттар уҡыу аудиторияларына бай тәжрибә туплап ҡайта.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ