«Салауат Юлаев» клубы баш тренеры Виктор Козлов Башҡортостандың иң абруйлы наградаларының береһе менән бүләкләнде. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы сарала Салауат Юлаев орденын Радий Хәбиров тапшырҙы. Виктор Козлов 2010/11 йылдар миҙгелендә Өфө командаһының капитаны була, ул саҡта юлаевсылар Гагарин кубогын яулай. 2022 йылда Виктор Николаевич «Салауат Юлаев»тың баш тренеры итеп тәғәйенләнә. Уҙған миҙгелдә уның тәрбиәләнеүселәре Гагарин Кубогының ярымфиналына сыҡты.
Танталы йыйылыштан һуң Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре «Адмирал» клубын ҡабул итте. Яҡташтарыбыҙ тәүге минуттарҙан уҡ өҫтөнлөк итте. Һөҙөмтәлә тәүге тәнәфескә тиклем өс тапҡыр уңышҡа өлгәште. Шайбаларҙы Джек Родуолд, Александр Хохлачёв һәм Артур Фәйезов өләште. Икенсе осорҙа командалар үҙ көйәрмәндәрен ҡыуандыра алманы. Ә бына өсөнсө осорҙа Девин Броссо менән Прохор Корбит индергән шайбалалар юлаевсыларға 5-0 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп Башҡортостан командаһы 8-се урынға күтәрелде. 2 ноябрҙә «Салауат Юлаев» клубы Ярославлдең»Локомотив»ын ҡабул итә.



