Башҡортостан «Төбәк-коммерция булмаған ойошма» өсөнсө секторы рейтингында илдең 89 субъекты араһынан тәүге егерме төбәк исемлегенә инде. Рәсәй йәмәғәт палатаһының «Берләшмә» форумында йыл һайын уҙғарылған рейтинг һөҙөмтәләре иғлан ителде. Ул, тәү сиратта, коммерция булмаған сектор үҫешен күрһәтә һәм тармаҡҡа ҡарата иғтибарҙы арттырырға булышлыҡ итә. Төбәк портреты 8 критерийға нигеҙләнгән һәм 50 күрһәткес менән 170 параметрҙы үҙ эсенә ала. Миҫалға, «коммерция булмаған ойошмаларҙың иҡтисади әһәмиәте» йүнәлеше буйынса Башҡортостан былтырғы 20-се урындан 8-сегә тиклем күтәрелгән. Шулай уҡ тармаҡҡа ярҙам күрһәтеү кимәле буйынса ла республика алдынғы төбәктәр исемлегендә. Республика етәкселеге менән тура бәйләнештән алып гранттарға тиклем - коммерция булмаған ойошмаларға бөгөн һөҙөмтәле эш өсөн барлыҡ шарттар булдырыла.



