Өфө районында йәшәүсе Абсатаровтар быйыл «Йыл ғаиләһе» бөтә Рәсәй конкурсының «Ғаилә - традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында еңеү яуланы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығырылышын иҫ киткес ғаиләгә бағышланы.
Артур менән Виктория туғыҙ йыл никахта бәхетле. Уларҙың өс балаһы бар. Һигеҙ йәшлек Эрнест футболсы булырға хыяллана, биш йәшлек Марк һүрәт төшөрөргә, ә дүрт йәшлек Агата бейергә ярата.
Ғаиләнең төп традицияһы - быуындар күсәгилешлеге. Улар умартасылыҡ менән шөғөлләнә, балалар бәләкәйҙән был эштә ата-әсәләренә ярҙам итә. Абсатаровтарға һәм республиканың барлыҡ ғаиләләренә тыныслыҡ, изгелек һәм етеш тормош теләйем, тип яҙған Башҡортостан башлығы.




